-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 17:15

"КРОСС НАЦИИ - 2020"

Йәнгә рәхәт – тәнгә сихәт

Уҙған ял көндәрендә Өфө районының Авдон биҫтәһендә “Бөтә Рәсәй йүгереү көнө"нә арналған “Кросс нации -2020” тип аталған ярыштар уҙҙы. Йәш араларына ҡарап балалар өс-дүрт төркөмгә бүленде. Һәм отҡор, етеҙ йүгереүселәр үҙ маҡсаттарына иреште.
Бер ниндәй ҙә махсус спорт ҡорамалдары талап итмәгән, бары тик кешенең теләгенә генә бәйле ике спорт төрө бар: йәйәү йөрөү һәм йүгереү. Бөтәһе лә булдыра алырлыҡ һәм кешенең сәләмәтлегенә шундай уҡ ныҡ файҙалы башҡа шөғөл юҡ. Йүгереү, үпкәләрҙе елкәндәй киреп, бөтә тән мускулдарын яҙып ебәрә, йән тыныслығы бирә. Хәҙерге тиҙлек, стрестар заманында был бик кәрәк. Иртәнсәк йүгереү көнө буйына яҡшы кәйеф һәм тәнгә сихәт килтерә. Ә кис йүгереү көн буйына йыйылған арыуҙарҙы юйып ташлағандай була.
Читайте нас: