+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Октябрь 2020, 13:23

Тағы ла бер яңы балалар баҡсаһы

Ҡайҙа?

Благовещен ҡалаһында “Демография” милли проектына ярашлы яңы балалар баҡсаһы төҙөйҙәр, ул тиҙҙән сафҡа инергә тейеш.
Төҙөүселәр бөгөнгө көндә электр уты үткәреү, елләтеү ҡорамалдары урынлаштырыу эше менән мәшғүл. Шулай уҡ баҡса биләмәһе лә зауыҡландырыла.
Яҡын арала уйын майҙансығына махсус уйын ҡорамалдары ҡуйыласаҡ.
Дөйөм майҙаны 3000 квадрат метрҙан ашҡан балалар баҡсаһын йыл аҙағына тиклем төҙөп бөтөргә йыйыналар.
Яңы йылдан балалар өр-яңы баҡсаға йөрөй башлаясаҡ.
Читайте нас: