+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2020, 12:25

ТӨРЛӨ ЫРЫУ БАШҠОРТТАРЫ

Пермь крайының башҡорт факультативтары яңы һулыш алды.

Бында төрлө ырыу башҡорттары йәшәй
«Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы — ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ», - тине Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Ҡоролтай рәйесенең сығышы, әлбиттә, Пермь крайының Барҙа районында уҙған факультатив семинар һәм Чернушки районындағы Әминкәй ауылында уҙған мәҙәни сара тураһында ла барҙы.
Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов Ғәйнә диалектының үҙенсәлектәре тураһында һөйләп: “Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт тигән бөйөк халыҡтың вәкилдәре булыуыбыҙҙы белергә, ғорурланырға, тарихыбыҙҙы өйрәнергә, берҙәм булырға тейешбеҙ”, - тине. Урындағы тарихи-мәҙәни үҙәк методисы, Чернушки районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зәүиә Фәрит ҡыҙы Махатова башҡорт телен, төбәк халҡы һөйләшкән диалекттарын белеү, өйрәнеү хаҡында әйтте. Әҙерләнгән сара өлкәндәр төркөмөнән торған “Ғилмияза” ансамбле һәм “Сулпан” исемле өлгөлө балалар коллективы сығыштары менән үрелеп барҙы.
Чернушки төбәгендә ғәйнәләрҙән тыш, башҡа ырыуҙарға ҡараған башҡорттарҙың, мәҫәлән, Танып, Ҡатай ырыуы вәкилдәренең күпләп йәшәүен, үҙеңдең ниндәй ырыуға ҡарауыңды, ата-бабаларыңдың кем булыуын белеү өсөн шәжәрәне өйрәнеү зарурлығын айырып әйтелде.
Шулай уҡ Пермь крайының Барҙа һәм Башҡортостандың Тәтешле райондарының мәғариф идаралыҡтары Пермь крайының башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар уҙғарылды. Рәсил Тимерғәзи улы иһә, «Пермь башҡорттары» гәзитенең донъя күреүе, «Нурлы Барҙа» мосолман гәзитендә диалект телендә «Ғәйнә башҡорттары» тигән ҡушымта нәшер ителеүен әйтеп үтте. 2013 йылда крайҙың ете районындағы факультативтар асылып ябылыуға ҡарамаҫтан , әлеге ваҡытта улар яңы көс һәм дәрт менән яңынан эш башлаған.
Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды.
Шулай итеп Пермь крайының башҡорт факультативтары яңы һулыш алды.
Читайте нас: