+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 12:12

Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте

Күп балалы ғаиләләр үҙ шөғөлдәре тураһында видеороликтар тәҡдим итте, унда һәр ғаилә ағзаһын ижади яҡтан үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға этәргес биргән эштәр һүрәтләнә. Улар араһында икмәк баҫыу, ҡорт ҡарау, йылҡы малы үрсетеү, ҡымыҙ бешеү, файҙалы үләндәр йыйыу...

Ошондай исемле проект Башҡортостан Башлығының грантына өлгәшкән.

Уның сиктәрендә Нуриман районында күп балалы ғаиләләр өсөн “Ғаилә кадрҙа” конкурсы ойошторолдо.

Бәйгегә Башҡортостандың 38 төбәктәренән йөҙҙән артыҡ эш ҡабул ителде.

Күп балалы ғаиләләр үҙ шөғөлдәре тураһында видеороликтар тәҡдим итте, унда һәр ғаилә ағзаһын ижади яҡтан үҫтергән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға этәргес биргән эштәр һүрәтләнә. Улар араһында икмәк баҫыу, ҡорт ҡарау, йылҡы малы үрсетеү, ҡымыҙ бешеү, файҙалы үләндәр йыйыу һәм башҡа һөнәрҙәр сағыла.

Еңеүсе ғаиләләр Нуриман районына сәйәхәт ҡылды, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдәге демографик хәлде яҡшыртыу саралары хаҡында йыш телгә ала. Бындай конкурстар ошо саралар теҙмәһенә инә.

Читайте нас: