+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 14:20

ҠУРҒАНДА ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТРЕ

Ҡурған өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәт һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Сара Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарыла.
Ҡумыҙҙа уйнау дәресен донъя виртуозы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үткәрҙе.
Сафакүлдә лә вокал һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева йырлау серҙәренә өйрәтте, ҡыҙҙарҙы «Һылыуҡай» матурлыҡ конкурсына әҙерләне. Хореограф Азамат Кәримов оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙы башҡорт бейеүҙәренең матурлығы менән таныштырҙы.
Читайте нас: