Балалар кескәй саҡтан тәртипкә өйрәнергә тейеш. Мәктәп беҙҙең икенсе йортобоҙ. Улар үҙҙәренең йортон таҙа тоторға бурыслы. Сағыу төҫтәргә буялған контейнерҙар әллә ҡайҙан сүп-сарҙы айырып ташлауға өндәп тора. Ҡағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. Тәүге этапта ҡала һәм район үҙәге мәктәптәре контейнерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Киләһе йыл инде ауыл мәктәптәренә лә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйырға өйрәтә башлаясаҡтар.