Сибайҙан Зарина Арғынбаева “Йәш һөнәриләр” Милли чемпионатында еңеү яулаған.
Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Сибай ҡалаһының 9-сы һанлы лицейҙа уҡыған ун алты йәшлек Зарина “Маляр һәм декоратив эштәр” номинацияһында еңгән.
Ярыштар дүр көн барҙы: обойҙар йәбештерҙем, тиҙлеккә фреска ла эшләнем, ә ҡул аҫтында ҡылҡәләм менән линейка ғына ине, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Зарина Арғынбаева, – Конкурсҡа тәҡдим иткән картина “Шаулы тынлыҡ” тип атала, унда төнгө урмандың бар матурлығын: айҙың йылға, ҡая-таштар, шыршылар менән уларға йылы нурын өләшә-өләшә серләшкәнен асып һалғым килде. Зарина был ярышта ҡатнашыр өсөн Кемерово ҡалаһына юл тоторға тейеш була, тик быға коронавирус инфекцияһы арҡылы эпидемиологик хәл ҡамасаулай – конкурс онлайн тәртиптә үтә.
Бындай шарттар еңеүгә ынтылған ҡыҙға кәртә түгел – Зарина Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлауға өлгәшә.