+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 17:25

ИЛ КИМӘЛЕНДӘ - ИҢ ЯҠШЫҺЫ!

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы беренсе синыф уҡыусыһы Тимур Мостафин - Халыҡ-ара конкурста ҙур еңеүсе.

Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы беренсе синыф уҡыусыһы Тимур Мостафин - Халыҡ-ара конкурста ҙур еңеүсе. Яҡташыбыҙҙың тажлы вирусҡа арнап эшләгән һүрәте ил кимәлендә иң яҡшыһы тип табылды. Сарала мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар ҡатнашҡан. Халыҡ-ара конкурста ғаилә уйламаҫтан ҡатнашырға теләк белдерә. Тимур ата-әсәһе менән Мәскәүгә махсус саҡырылып бүләкләнә.
Донъяға Тимур үҙенсә баға. Был эштәрендә лә асыҡ сағыла. Уның ижадын аңлау өсөн нескә фәлсәфә кәрәк. Үҙизоляция осоронда ул күп кенә һүрәт төшөргән. Әйткәндәй, конкурста еңеү яулаған һүрәте бөгөн Мәскәү ҡалаһында. Йәш рәсамдең һүрәте декабрҙә башҡа эштәр менән бергә Һиндостанда үтәсәк күргәҙмәлә ҡатнашыр тип көтөлә.
Читайте нас: