+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 12:55

Беҙ кем?

Иртәгә Өфөлә үтәсәк ғилми-ғәмәли конференцияла был һорауға яуап эҙләйәсәктәр.

30 сентябрь баш ҡалабыҙҙа “Рәсәйҙең төрөк теле мәҙәниәте парадигмаһында башҡорт оҡшашлығы” исемле ғилми-ғәмәли конференция үтә.
Сарала Рәсәйҙән тыш, яҡын илдәрҙән дә ғалимдар ҡатнаша.
Улар конференция барышында башҡорт халҡының Рәсәй һәм төрөк парадигмаһындағы үҫеше хаҡында һөйләшәсәк, бынан тыш, “Беҙ кем?” фәлсәфәүи һорауына яуап эҙләйәсәк.
Конференция “Төрки телдәр, төрки әҙәбиәт һәм фольклор”, “Тарихи хәтер этнографияһының хәҙерге заман шарттарында тергеҙелеүе”, “Башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың оҡшашлығының этнополитологик аспекттары” түңәрәк өҫтәлдәренә бүленгән.
Читайте нас: