+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2020, 12:20

"БЕҘ - ГАГАРИНСЫЛАР"!

5-6 йәшлек кенә кескәйҙәр үҙҙәре конкурста ҙур теләк менән ҡатнаша.

Өфөнөң Торатау конгресс холында республиканың гагаринсылар олимпиадаһында тәүге урындар алған балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Һүрәт төшөрөү, физик культура һәм интеллектуаль уйын йүнәлештәре буйынса ойошторолған конкурста быйыл Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан 24 бала еңеү яулаған.
5-6 йәшлек кенә кескәйҙәр үҙҙәре конкурста ҙур теләк менән ҡатнаша. Тәрбиәселәр фекеренсә, был еңеүҙә ата-әсәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур, сөнки уларҙың ярҙамынан тыш уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Күптәр балаларын бар яҡлап та үҫтереү өсөн күп тырышлыҡ һала.
Бүләкләү тантанаһы дуҫтарса, йылы шарттарҙа үтте. Кескәйҙәрҙе ҡунаҡтар ғына түгел йыһан карабынан билдәле космонавтар ҙа тәбрикләне.
Быйыл республика этабына төрлө район-ҡалаларҙан 3 тиҫтәгә яҡын бала сыҡҡан. Кескәйҙәргә иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар ҙа тапшырылды. Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, балаларҙың һәләтен асыҡлау, үҫтереү, баһалау бик мөһим, оло еңеүҙәргә башланғыс шулай һалына.
Читайте нас: