+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 21:00

"КҮК ИРӘНДЕК" ЙЫРСЫҺЫ

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Күк Ирәндек йырсыһы» исемле күргәҙмә асылды.

Ошо көндәрҙә БР милли әҙәбиәт музейы филиалдарының береһендә - Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Күк Ирәндек йырсыһы» исемле күргәҙмә асылды. Ул башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, БР халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Абудлхаҡ Игебаевтың 90 йыллығына арнала. Күргәҙмәне асыу менән бер рәттән шағирҙың хәтер кисәһе лә ойошторолдо. Сарала БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты. Хәтер кисәһенә шағирҙың тормош иптәше Мәғиҙә Сибәғәт ҡыҙы һәм ҡыҙы Фәниә Абдулхаҡ ҡыҙы, билдәле яҙыусылар, сәнғәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре килгән.
Ҡунаҡтар Абдулхаҡ Игебаев тураһында хәтирәләре менән бүлеште, күргәҙмәлә урын алған шағирҙың фотолары, китаптары, хаттары һәм башҡа шәхси әйберҙәре менән танышты.
Күргәҙмә 16 октябргә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас: