Илебеҙҙең матур төбәктәренең береһе булған ошо уникаль туристик объектты хәҙер инвалидтар ҙа инеп ҡарай аласаҡ. Аҫҡын боҙ мәмерйәһенә килгән саҡта, был тәбиғәт ҡомартҡыһын адаптациялау буйынса “Регион Заботы” Бөтә Рәсәй халыҡ фронты проекты авторы , хоспистарға ярҙам итеүсе “Вера” изгелек фонды учредителе Нюта Федермессер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты проекты етәксеһе Борис Хесин әңгәмәләште.