Китапханала “Әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайыҡ” исемле күргәҙмә әҙерләнде. Ул өс бүлектән тора. Балалар бүлегендә донъя халыҡтары әкиәттәре урынлашҡан. Халыҡтар дуҫлығы темаһына арналған бүлек Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө халыҡтары тураһында китаптар менән тулыланған. “Тыныслыҡ хаҡында” бүлеге - Тыуған ил өсөн көрәшкән кешеләр тураһында.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөндә ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә “Һәр баланың байрамға хоҡуғы бар!”исемле акция ойошторҙо. Уның сиктәрендә балалар байрам тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, йомаҡтар систе һәм тыныслыҡ символы – күгәрсен һүрәтен алды.