Пилот проекттың икенсе этабы сиктәрендә 30 тәрбиәсе әҙерләү планлаштырыла. Уларҙы уҡытыу мәсьәләләре Өфөлә үткән семинарҙа ҡаралды. Теоретик дәрестәр дистанцион режимда уҙа, тәү ярҙам күрһәтеү алымдары буйынса практик күнегеүҙәр ойошторола.
Курс тамамлаусылар күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә стажировка үтәсәк. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаусыларға сертификаттар тапшырыла. Социаль проект президент грантына тормошҡа ашырыла.Программаға Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Өфө, Асҡын һәм Мәсетле райондарын йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған.