+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 12:55

Ауылдарға табиптар ебәрелде

Бөрйән районының ниндәй ауылдарында яңы кадрҙар эш башлаған?

Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы бойомға ашырылыуын дауам итә.

Ул республиканың төпкөл райондарындағы медицина ярҙамын сифатлы һәм тиҙ ойошторорға мөмкинлек бирә.

Бөрйән районына быйыл дүрт ауыл табибы ебәрелгән. Уларҙың икәүһе район үҙәгендәге дауаханала эш башлаһа, ҡалған икәүһе Байназар ауылындағы амбулаторияға беркетелгән.

Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Илнур Фәтҡуллин әйтеүенсә, яңы йәш кадрҙарҙың килеүе дауахана эшмәкәрлегенә еңеллек өҫтәгән.

Читайте нас: