Өфөләге кризиз үҙәк дүрт йыл элек ойошторолғайны. Ғаилә» республика ресурс үҙәге белгестәре ауыр тормош хәлендә ҡалған ярты меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ һәм балаларға ярҙам күрһәткән. Улар шулай уҡ ваҡытлыса йәшәү урыны менән тәьмин ителә. Бында ике ай самаһы булырға мөмкин. Урында туҡланыу ойошторола, бушлай психологик һәм юридик ярҙам күрһәтелә. Уларға оҙайлы социаль-психологик реабилитация талап ителә.