Төбәк етәксеһе был мәсьәлә менән таныш булыуын белдерҙе. «Республика үҙ яғынан барыһын да эшләне, аҡса бүлде, проект әҙер ине, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ подрядсы һайланған. Шуға ҡарамаҫтан хәл төҙәтеләсәк. Белем усағы киләһе йылдың 1 сентябрендә үҙ ишектәрен асыр» – тине Башҡортостан башлығы.