17-се Өфө ҡала клиник балалар дауаханаһында операциялар яңы аппарат ярҙамында башҡарыла
Медицина учреждениаһына 6 миллион һум тирәһе торған заманса ҡоролма «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса һатып алынған. Медицина техникаһы дөйөм анестезия өсөн һәм пациенттың һаулыҡ торошон теүәл мониторинглауға тәғәйенләнгән.
Яңы ҡоролма ашығыс операция бүлмәһендә урынлаштырылған. Ул анестезиологтар һәм хирургтарҙың эшен еңеләйтеп, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.
Читайте нас:
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.Продолжение пользования сайтом является согласием на применениеданных технологий