+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 18:40

"ТЫНҒЫҺЫҘ КӘЗӘ"

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы миҙгелде асырға әҙерләнә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 89-сы театр миҙгелен асырға әҙерләнә. Театр яңы миҙгелен «Тынғыһыҙ кәзә» спектакленән башлай. Премьераларға килгәндә, сентябрҙә «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» спектакле ҡуйыла. Башҡорт орнаменттары хаҡында ла яңы проект әҙерләнә, рус халыҡ әкиәттәре буйынса спектаклдәр ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ башҡорт фольклорына нигеҙләнеп «Орнамент нимә хаҡында йырлай?» тип исемләнгән проект та әҙерләнә.
Хәүефһеҙлек талаптарына ла иғтибар юғары. Битлектә генә инеү рөхсәт ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта социаль дистанция һаҡлау маҡсатында залда тамашасылар һаны ике тапҡырға кәметелгән.
Читайте нас: