+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 12:25

ЕҢЕҮ ПАРКЫ

Ҡырмыҫҡалы районы Илтерәк ауылында Еңеү паркы буласаҡ

Ҡырмыҫҡалы районы Илтерәк ауылы халҡы «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә буласаҡ паркҡа ағас үҫентеләре ултыртыу теләге менән яна. Иң ҡиммәте булып Илтерәктәрҙең ауылда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яугирҙәр, еңеү һалдаттарының исемен мәңгелләштереү өсөн тантаналы шарттарҙа мемориалгә тәүге нигеҙ ташы һалынды. Ауылдаштар боҙолмай торған һауытҡа (капсула) һалып киләһе быуындарға мөрәжәғәт ҡалдырҙы. Әле капсула һалынған урында тиҙҙән парк буласаҡ.
Унда яуҙа башын һалған ауылдаштар, еңеү менән ҡайтҡан яҡташтар һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙҙың исеме мәңгеләштереләсәк. Мемориалдан тыш йәштәр өсөн спорт майҙансығын төҙөү ҙә ҡарала.
Читайте нас: