+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2020, 12:20

ЯҢЫ МӘКТӘП, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ...

Балтас районы Штәнде ауылы уҡыусылары уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылаһа, Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында ла яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Балтас районы Штәнде ауылында 80 урынлыҡ мәктәп, 40 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асыла. Ә инде Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында 120 урынға иҫәпләнгән нигеҙе 2018 йылда нигеҙ һалынған булған.
Был тантананы Ҡышлауйылға халҡы күптән көткән. Байрам яңы мәктәп алдындағы майҙанда ойошторолдо. Мәктәп Һәр кабинет заманса йыһазландырылған. Ҙур спорт залы, икенсе ҡатта 80 урынлыҡ тамаша залы бар. Инвалид балалар өсөн лифт эшләнгән. Ашханала бөтәһе лә һуңғы талаптар буйынса. Уҡыу бүлмәләренә һәм коридорҙа һауаны таҙартыусы 15 ҡоролма ҡуйылған. Шулай уҡ 60 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение мәктәп менән бер ҡыйыҡ аҫтында.
Тантанала һәр яңы мәктәп директоры менән Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡатнаша. Был Мәғариф комплексы объекттары “Башҡортостандың 100 йыллығына- 100 обьект” проекты буйынса төҙөлгән.
Читайте нас: