+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2020, 18:00

«ТЕРРА БАШҠОРТОСТАН» ТУРНИРЫ

«Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының еңеүсеһе – 15 йәшлек Шишмә ҡыҙы Айгөл Моратова


Йыл дауамында барған турнирға бөгөн йомғаҡ яһала. Финалда 12 этап еңеүселәре. Жокейҙарҙың бөтәһе лә тәпәй баҫҡандан алып ат өҫтөндә, шулай ҙа бөгөн тулҡынланыу тойғоһо бар. Был юлы үҙеңдең өйрәнгән атыңда түгел, «Аҡбуҙат» ипподромының тәү күргән юртаҡтарында сабышырға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, 15 йәшлек Шишмә ҡыҙы Айгөл Моратова беренсе булып килә. Ул Бүләк һәм Алым ҡушаматлы аттарҙа ике түңәрәктә лә финишҡа беренсе килде.
Сара сиктәрендә Республика башлығы, Аҡбуҙат ипподромы һәм Башҡортостан даны призына ярыштар ойошторолдо. Радий Хәбировтың ҡулынан төп призды һәм 250 мең һумлыҡ сертификатты туймазылар яуланы. Ә бына Башҡортостан даны-Әбйәлилдәрҙә. Райондың Әбделмәмбәт ауылынан Раяз Ҡарабандин «Буян» ҡушаматлы атта алдынғылыҡты бирмәне.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ат ярышы Башҡортостан өсөн айырым әһәмиәткә эйә, ат борон-борондан башҡорт халҡының айырылғыһыҙ дуҫы, юлдашы булған. Тамашасылар фекеренсә, ат ярыштарын киләсәктә лә дауам итеү мөһим.
«Терра Башҡортостан» турниры икенсе йыл ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, республика тормошонда үҙ урынын яулап өлгөрҙө лә инде. Бөгөн был ярыш ат спортын һөйөүселәр генә түгел, тотош йәмәғәтселек көтөп алған сараға әүерелгән, сөнки ул бәйгенән тыш күргәҙмәләр, сағыу концерт номерҙары менән дә үрелеп бара.
Читайте нас: