Башҡорт милли кейем, биҙәүес өлгөләре йәмғиәт яғынан ғына түгел, дәүләт тарафынан да яҡлау табыр тип көтөлә.
Түңәрәк өҫтәл артына Милли костюм көнө сиктәрендә ойошторолған сара тарих һәм мәҙәниәт өлкәһе белгестәрен, рәссам-модельерҙарҙы бергә йыйҙы. “Сәхнә стиленә яраҡлаштырам тип, үтә лә замансалаштырып ебәреүҙәр йышайҙы” һәм башҡа төр көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Һөҙөмтәлә, милли нағыштың төп нөсхәләренән ситләшеүҙәр күҙәтелә. Милли костюм, биҙәүестәрҙе тергеҙеүҙә ебәрелгән аңлайышһыҙлыҡты бөтөрөүгә ҡайтып ҡалды. Тамбурлы, йә иһә ҡайып сигелгән кейемдәрҙе генә миҫалға алғанда ла, кейемдең төҙөлөшө, биҙәлешенең ҡатмарлығы, төҫтәрҙең ҡулланышы яғынан да башҡорттоҡон башҡа халыҡ менән бутау мөмкин түгел.