Биш сәғәт дауам иткән ғаилә байрамында йөҙгә яҡын бала ҡатнашты. Улар төрлө ҡаршылыҡтар аша үтте. Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында Башҡортостан велосипедсылар союзы тарафынан йыл һайын уҙғарылған проектта сабыйҙың ярышҡа үткәрелеүе тураһында медицина белешмәһе төп талаптарҙың береһе булды. Шулай уҡ конкурсанттар өсөн баш кейеме кейеү мотлаҡ ине.