+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 15:55

"ЯНҒАНТАУ" ГЕОПАРКЫ

Тарихи мираҫҡа «Алтын ҡаҙаҡ» ҡағыу туристар араһында уны тағы ла киңерәк танытасаҡ.

Беренсе булып ЮНЕСКО исемлегенә ингән «Янғантау» геопаркы.
«Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә тәүгеләрҙән булып бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә инә һәм шулай уҡ беренселәрҙән заман талаптарына яраҡлаштырыласаҡ. Сит ил туристары өсөн юғары статус – сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе. Бында 20-нән ашыу геологик объект берләшкән, уларҙың өсәүһе - халыҡ-ара әһәмиәткә эйә. Биләмәлә «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән үҫемлектәр үҫә, һирәк осрай торған йәнлектәр тереклек итә. Был юлы Салауат районының 'Торатау» геопаркы хеҙмәткәрҙәре, борсоған мәсьәләләр һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында геопаркта ҡунаҡта. Ике уникаль биләмә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Салауат районында туристар һаны өс тапҡырға арта. Шуға күрә тәү сиратта тарихи объеттарға юл һалыу, инфраструктураны үҫтереү, ял итеү урындарын ойоштороу мөһим.
Урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар алдында яңы мөмкинлектәр асыласаҡ. Кемпинг, сувенир кибеттәрен ойоштороу - аҡса эшләүҙең бер ысулы. Был башланғысты Республика Башлығы үҙе етәкләйәсәк.
Таштар араһына алтын ҡаҙаҡ ҡағыласаҡ. Тарихи мираҫҡа «Алтын ҡаҙаҡ» ҡағыу туристар араһында уны тағы ла киңерәк танытасаҡ.
Шулай уҡ Салауат Юлаев иҫтәлегенә мемориаль таш һәм ике стела ҡуйыла. Яҡын киләсәктә Тәкәй ауылын да тергеҙеү күҙаллана.
Әлегә Салауат Юлаевтың тормош юлы тураһында уның исемендәге музейҙа танышырға мөмкин. Экспонаттар араһында батырҙың шәхси әйберҙәре лә урын алған.
Ә бына йыл һайын «Салауат йыйыны» ойошторолған биләмәлә этно-ауыл барлыҡҡа киләсәк. Тарихты өйрәнеүҙән тыш, туристарҙы тирә-яҡтағы тәбиғәт, милли уйындар менән таныштырыу маҡсатында Янғантауҙа күңел асыу саралары ойошторола. Мәргәндәр ҡулына уҡ-һаҙаҡ алһа, отҡорҙар йылға буйлап һалда аға.
Читайте нас: