+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 14:30

ТЕШТӘРЕҢ ТАҘА, МАТУРМЫ?

«Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә асылған кабинеттарҙа 11 меңдән ашыу малай-ҡыҙҙың тештәре тикшерелә.

Республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары эшмәкәрлеге тергеҙелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса быйыл ғына белем усаҡтарында 65 медицина кабинеты йыһазландырылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров алдағы айҙарҙа яңы кабинеттар башлыса ауыл биләмәләрендә асылырға тейеш тип белдерҙе, сөнки ауылда мәктәп кабинеты теште дауалау өсөн берҙән-бер үҙәк булыуы ихтимал. «Ҡанатлан» мәғариф проектына ярашлы мәктәптәрҙә балаларға белем биреүҙән тыш өҫтәмә мөһим маҡсаттар үтәлергә тейеш. Күҙ уңында дәрестәрҙән өҫтәмә билем биреү, ижади тңүәрәктәр ойоштороу кеүек һорауҙар тотола. Малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала
«Ҡанатлан» мәғариф проекты сиктәрендә асылған кабинеттарҙа 11 меңдән ашыу малай-ҡыҙҙың тештәре тикшерелә. Өфө районы Шамонин ауылында мартта асылған стоматология кабинетында тиҫтәләгән малай-ҡыҙ тештәрен дауалап өлгөрә. Ул аҙнаһына ике тапҡыр шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә иртәнге 8.00 алып 14.00 сәғәткә тиклем эщләй. Ваҡытында жауалаған ауырыу тештәр, таштарҙан таҙартыу, ағартыу һымаҡ профилактик профилактик саралар ҡаралғанда, теш һыҙлау бәләһе һирәк осрай. Табипҡа инеү өсөн уларҙың ата-әсәләренә алыҫ поликлиникаға йөрөргә кәрәкмәй.
Читайте нас: