Сентябрь башында республикаға гриппҡа ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы килтерелде.
СОВИГРИПП® вакцинаһы беренсе булып юғары һәм урта уҡыу йорттарында уҡыған студенттарға, медицина һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, транспорт һәм коммуналь өлкәлә эшләгәндәргә яһаласаҡ.
“Вирус инфекцияһы беҙҙән китмәне. Көҙлө-ҡышҡы ваҡытта, ҡағиҙә булараҡ, ауырыуҙар һаны арта. Вакциналау бушлай буласаҡ”, – тине Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.