Ике көн барышында төрлө проекттарға бүленгән фестиваль: Милли кейем байрамы, «Ufa-KuraiFest», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны. Ғәҙәттәгесә, «Ҡурайфест» сараһында Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостан Республикаһының Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Йәтәгән» һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре Була. Шулай уҡ, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры сығыштары ҡатнаша.