Һаҡ булығыҙ! Республикала геморрагик биҙгәк, йәғни сысҡан ауырыуынан дауаланыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Был сирҙе йорт һәм ҡыр сысҡандары, ҡомаҡтар тарата. Геморрагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек менән билдәләйҙәр, һуңында бөйөр ауырыуына килтереүе ихтимал. Йоғошло һаналһа ла тура бәйләнештә кешенән кешегә йоҡмай.