+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2020, 17:15

КӨТӨЛМӘГӘН “ҠУНАҠ"

Ышанмаһағыҙ, дуҫтар, бына фоторәсемдән ҡарағыҙ!

Көтмәгәндә Миәкә районының Яңы Ҡарамалы ауылына “ҡунаҡ” килгән. Көтөү ҡыуырға сыҡҡан ауыл халҡы ғәжәйеп күренешкә шаһит була. Улар урам буйлап, хужаларса яйлап ҡына баҫып, йөрөгән мышыны күрә. Тарбаҡланып үҫкән мөгөҙө генә – үҙе бер мөғжизә! Урман ҡунағы үҙен тыныс тота. Тирә-яҡты иғтибарлап ҡарай, хатта эттәр ләүкелдәгәненә иғтибар ҙа итмәй юлын дауам итә. Ышанмаһағыҙ, дуҫтар, бына фоторәсемдән ҡарағыҙ!
Читайте нас: