+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 13:17

"Шифа"ның шифаһы тейһен!

Урал аръяғынан, атап әйткәндә, Сибай, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулланан был социаль төркөмгә ҡараған кескәйҙәр бындай үҙәккә күптән мохтаж ине.

Сибайҙа балалар өсөн дауаланыу һәм реабилитация үҙәге төҙөләсәк. Ул, Сибайҙың үҙенән тыш, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районынан балаларҙы ҡабул итәсәк.
Кисә төҙөлөш урынына капсула һалынды. Башҡортостан республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ,Сибай ҡалаһы хакимиәте инициативаһы менән төҙөләсәк реабилитация үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар дауаланасаҡ.
Урал аръяғы райондарынан, атап әйткәндә, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулланан был социаль төркөмгә ҡараған кескәйҙәр бындай үҙәккә күптән мохтаж ине.
Үҙәктә балаларҙы дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: