+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2020, 14:14

Илдә сәпсек үлмәй

Күмертауҙа ундан артыҡ етем яңы өйҙән фатир алған.

Рәсәй Президенты тарафынан ҡул ҡуйылған "Ата-әсә ҡурсауынан мәхрүм һәм етем балаларға ярҙам итеү буйынса өҫтәлмә гарантиялар" Федераль законына ярашлы, Күмертау ҡалаһында ун өс кешегә фатир тапшырылды.
Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов асҡыстарҙы тапшырғанда был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам белдергәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яңы фатир алғандарҙың күбеһе инде ҙурайып, үҙ тормоштарын ҡорғандар. Кемеһелер эшләп йөрөй, кемеһелер юғары уҡыу йортонда уҡый. Уларҙың барыһы ла бала саҡтан алып үҙ өйө хаҡында хыялланған, һәм ниһайәт, яңы йортта өр-яңы фатирҙа йәшәү бәхетенә ирешкән.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: