+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 17:15

ЙӘЙГЕ ОНЛАЙН-ЛАГЕРЬ АСЫЛДЫ

“Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге уҡыусылар өсөн йәйге онлайн-лагерь ойошторған. Ул 10 августан эшләй башланы һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Онлайн-мәктәп ете дөйөм белем биреү проекты буйынса алып барыласаҡ: математика, информатика, химия, физика, биология, музыка һәм анимация.

Һәр теләгән кеше өсөн төрлө программалар буйынса курстар ҡаралған, улар шәхси үҫеш һәм дөйөм мәҙәни оҫталыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Улара араһында “Маҡсатҡа өлгәшеү траекторияһы”, актер оҫталығы, сәхнә телмәре һәм “үҙеңде танып бел” тигән психологик тренинг бар. Онлайн-мәктәптә уҡыу уҡытыусыларҙың видеодәрестәрен өйрәнеү һәм ғәмәли бурыстарҙы үтәүҙән тора.
Йәйге профилле онлайн-мәктәптә 6-11 кластарҙа уҡыған һигеҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Дәрестәрҙе республиканың юғары уҡыу йорттарының иң яҡшы уҡытыусылары алып бара.
Читайте нас: