Әлегә тиклем түләүҙәр йән башына 1,5 йәшәү минимумы күләмендә килем алғандарға иҫәпләнгән. Быйылдан башлап түләүҙәр ғаилә ағзаларына 2 йәшәү минимумынан аҙыраҡ килем алғандарға ла була. Әлеге көндә республикала беренсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балаларға пособиены 22 меңдән ашыу ғаилә ала. Икенсе балаға пособие әсәлек капиталы иҫәбенән түләнә. Шуға күрә уны алыу өсөн Пенсия фонды бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.