Өфөлә ошо көндәрҙә Республика клиник онкологик диспансерының яңы хирургия корпусын асыу тантанаһы уҙҙы.
Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриндев ҡатнашты.
Яңы туғыҙ ҡатлы корпуста бер сменала 450 кешене ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән поликлиника һәм 240 урынлыҡ стационар эшләйәсәк.
Иртәгә үҙәк тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк.
Радий Хәбиров менән Олег Гриндев диагностика һәм дауалау кабинеттарын, палаталарҙы ҡарап сыҡты.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Башҡортостандың коронавирус инфекцияһы шарттарында медицина ярҙамын юғары кимәлдә күрһәтә алыу мөмкинлеген юғары баһаланы.
“Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко исеменән республикала был ауыр замандарҙа онкологик сирҙәрҙе дауалау буйынса оло эш атҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә рөхсәт итегеҙ”, – тине Олег Гриндев.
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан