Башҡортостан Башлығының Указы буйынса төҙөлгән юғары әҙерлек режимына йәнә үҙгәрештәр индерелде.
Хәҙер кеше күп йыйылған урында эшләгән ойошмалар, транспорт хеҙмәттәре күрһәткән предприятиелар көн һайын зарарһыҙландырыу сараларын даими үтәп торорға тейеш, битлек кеймәгән клиенттарҙы хеҙмәтләндереү тыйыла.
Сауҙа нөктәләрендә, МФЦ үҙәктәрендә бирсәткәлә булыу мотлаҡ.