-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2020, 20:35

Атай, әсәй һау булһын, үҙем дә бирешмәйем!

Һалҡын көҙ яҡынлаша, унан ҡышҡа инергә лә аҙ ваҡыт ҡала. Был осорҙа, һуңғы арала електе һурған коронавирус инфекцияһынан тыш, грипп һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар ҡотороусан...

Башҡортостан Башлығы республика халҡын вакциналауҙың мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Был хаҡта Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Һалҡын көҙ яҡынлаша, унан ҡышҡа инергә лә аҙ ваҡыт ҡала. Был осорҙа, һуңғы арала електе һурған коронавирус инфекцияһынан тыш, грипп һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар ҡотороусан.
Рәсәй Президенты Владимир Путин төрлө республика һәм өлкәләрҙең етәкселәре менән үткәргән кәңәшмәһендә барыһын да вакциналау мөһимлеге хаҡында әйтеп үткәйне.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, беҙҙә вакциналау сентябрҙә башланасаҡ. Прививкалар Башҡортостан халҡының 60 процентына яһаласаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: