“Башавтотранс” автопаркы 30 процентҡа ҙурайған.
Үткән йылдың йәйенән алып предприятие 623 автобус алған.
Был автобустар Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың башҡа райондарына ла таралған.
Элек Көньяҡ автовокзалдан бер тәүлек эсендә мең ярым пассажир төрлө тарафтарға юлланһа, яңы автобустар алынғандан һуң, пассажирҙар һаны бер тәүлектә өс меңгә етә яҙа.