+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2020, 10:19

Был эште еңеләйтә

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балаларға тәғәйенләнгән пособиены йүнләү һөҙөмтәләрен ата-әсәләргә автоинформатор хәбәр итәсәк. Тулыһынса:

Рәсәй Президенты Указы менән өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балаларға ай һайын түләнәсәк пособие тәғәйенләнде. Уны юллау һөҙөмтәләрен хәҙер ата-әсә автоинформатор аша беләсәк.
Өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балалар пособиеһын йүнләү өсөн бирелгән ғаризаның торошон автоинформатор хәбәр итәсәк.
Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, көнөнә 2-3 мең кешегә пособие йүнләү һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр киләсәк.
Автоинформатор ата-әсәләргә барыһын да улар ғаризала яҙып ҡалдырған телефон номерҙарына хәбәр ебәреп аңлатасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: