Профилактика прививкаларының милли календарына ярашлы 2 һәм 4,5 айлыҡ балалаларға вакцина эшләнһә, 15 айҙан ревакцина яһаласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙып үтте.
“Коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы янауға ҡарамаҫтан, башҡа төр ауырыуҙарҙы ла оноторға ярамай. Быйыл пневмококк сиренә ҡаршы вакцинаны биш тапҡырға күберәк һатып алдыҡ”, – ти ул.