0 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2020, 15:20

“Августа ла 16 йәшкә тиклем балалар булған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендәге пособие кәрәк, яңы уҡыу йылы алдынан ярҙам булыр ине...”

Был йәһәттән Дәүләт думаһы нимә ти?

Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо менән июнь һәм июль айҙарында 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә һәр бала өсөн 10 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам булдырылды.
Күптәр был ярҙамды августа ла көтә ине, хатта петиция төҙөүселәр ҙә табылды: яңы уҡыу йылы яҡынлаша, был осор ата-әсәләр өсөн бигерәк мәшәҡәтле, ярайһы уҡ ҙур сығымдар талап итә.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһында был тәҡдимде хупланылар. Улар коронавирус пандемияһының һаман бөтмәүен, күптәрҙең элекке эш урындарын юғалтҡандан һуң яңы эш таба алмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: