+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2020, 13:22

Яңы уҡыу йылында ла өйҙән генә ултырып уҡырбыҙмы?

Дистанцион тәртиптә уҡыу дауам итерме? 1 сентябрь айҡанлы тантаналы линейка булырмы?

Дистанцион тәртиптә уҡыу дауам итерме? 1 сентябрь айҡанлы тантаналы линейка булырмы? Һуңғы ваҡытта был һорауҙар күптәрҙе борсой.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бынан бер нисә ай элек яңы уҡыу йылы дистанцион тәртиптә башлана тигән мәғлүмәтте инҡар иткәйне.
“Уҡыусылар уҡытыусылар менән туранан-тура аралашырға тейеш, был тәбиғи эш барышы”, – тине ил башлығы.
Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов яңыраҡ был мәсьәләгә тағы ла асыҡлыҡ индерҙе.
“1 сентябрҙән Роспотребнадзорҙың бар талаптарын да үтәп, уҡыу йылы ҡәҙимге режимда башланасаҡ. Уҡыусыларға билдә ҡуйылмаясаҡ”, – тине ул.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Читайте нас: