+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 11:10

“Беҙ хоспис төҙөй башланыҡ...”

Радий Хәбиров республика халҡынан ниндәй ярҙам һорай?

Рәсәй Президенты Владимир Путин хоспистар, айырыуса балалар медицина үҙәктәрен төҙөүгә бар иғтибарҙы йүнәлтергә ҡушҡайны.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикала хоспис төҙөлә башлауы хаҡында хәбәр итте.
“Беҙ хоспис төҙөй башланыҡ. Уны 2021 йылдың көҙөндә асырға тырышасаҡбыҙ. Юл башында аҡса йыйырға ярҙам иткәндәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Хоспис ҙур һәм уңайлы, ул Рәсәйҙәге иң ҙур һәм иң заманса хоспис буласаҡ. Шуға күрә беҙгә әле аҡса йыйырға ла йыйырға. Уйлап ҡуйҙым: күптәребеҙгә, уңышҡа табан ынтылғанда, хаталанырға, аҙаҡ был ҡылығыбыҙ өсөн үкенергә һәм оялырға тура килгәндер. Намыҫты таҙартыр, был уйҙан арыныр өсөн шәп сара – ул хоспис асылыуға үҙ өлөшөңдө индереү. Яҙығыҙ, ярҙам итегеҙ. Бергә-бергә төҙөрбөҙ”, – тип яҙҙы ул.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Фото: glava.rb
Читайте нас: