Башҡортостанда көн һайын ике меңдән ашыу ихаталарҙы һәм 15 мең подъездарҙы зарарһыҙландыралар.
Туймазы районында, мәҫәлән, коронавирус инфекцияһына юл ҡуймау маҡсатында 2 343 подъезды, 72 туҡталышты зарарһыҙландырғандар.
“Башфармации” дәүләт идаралығынан Туймазыға дезинфекция саралары, битлектәр һәм күҙлектәр, резина итектәр, аҫмалы һиптергестәр ебәрелгән.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторған кешеләр һаны 6 607, һуңғы тәүлек эсендә 36 яңы осраҡ теркәлгән. Стационарҙарҙа ятҡан 204 кешенең утыҙ бише ауыр хәлдә.
Шулай уҡ һуңғы тәүлек эсендә 63 дауаханан тыш пневмония осраҡтары асыҡланған.
Ябай, әммә ышаныслы һаҡланыу сараларын күрәйек: урамдарҙа, кешеләр күп булған урындарҙа битлек кейәйек, ҡулдарыбыҙ менән битебеҙгә ҡағылмайыҡ, антисептик ҡулланайыҡ, ҡайтҡас ҡулдарҙы һабынлап йыуайыҡ.