Милли проекттар хаҡында күп һүҙ йөрөтәбеҙ бөгөн. Уларҙың төп маҡсаты, йүнәлеше нимәнән ғибәрәт, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыр, киләсәк быуынды хәстәрләр өсөн ниндәй объекттар төҙөлә, ниндәй саралар күрелә икән?
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғона ярашлы милли проекттарҙы бойомға ашырыу 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Ил башлығының фекере буйынса милли проекттар төрлө мәсъәләләрҙе хәл итеүҙең төп механизмы булып тора.
Кисә Башҡортостан Хөүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов милли проекттарға арналған ултырыш ойошторҙо. Кәңәшмәлә республиканың район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә милли проекттарҙың бойомға ашырылыу барышын күҙҙән үткәрҙеләр.
Илшат Тажетдинов билдәләүенсә, быйыл Башҡоростанда 199 проект бойомға ашырылырға тейеш. 47 объект – уларҙың егермеһе – балалар баҡсаһы, алтауһы – белем усаҡтары, республика онкодиспансерына хирургия корпусы төкөтмәһе, 13 фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ике мәҙәниәт йорттары тиҙҙән сафҡа инәсәк.