Бөгөнгө көндә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны 6500-гә етте.
Бер тәүлек эсендә 37 яңы осраҡ асыҡланған.
Дауаханаларҙа 200 кеше ята, уларҙан 34 – ауыр хәлдә, тәүлек эсендә 30 кеше дауахананан сыҡҡан, йәмғеһе 4807 кеше һауыҡҡан.
Коронавирус инфекцияһынан Башҡортостанда 21 кеше вафат булған.
Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар һаны бер тәүлектә 91 кешегә еткән.