+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 23:09

РӘХМӘТ, АПАЙ-АҒАЙҘАР, ҒӘЗИЗ БӨРЙӘНЕМ ӨСӨН!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы янғындарҙы һүндереүҙә оло өлөш индергәндәрҙе бүләкләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы янғындарҙы һүндереүҙә оло өлөш индергәндәре өсөн түбәндәгеләрҙе бүләкләне:
Бөрйән районынан үҙ теләктәре менән утты һүндерешергә ярҙам иткән шәхси эшҡыуарҙар Гөлнара менән Рияз Хәкимовтар,
Белорет районындағы спорт мәктәбе тренерҙары, ирекмәндәр Вадим Кадраев, Тимур Кинйәғолов, Өфө урман янғындарын һүндереү станцияһы начальнигы Айҙар Мортазин, ошо уҡ станцияның тракторисы Михали Никитин, Белорет урман янғындарын һүндереү станцияһы трактористары Илшат Ибраһимов, Иван Панов, Йылайыр урман янғындарын һүндереү станцияһы трактористары Алексей Горшенин, Александр Акулинин, һәм башҡалар.
Читайте нас: