-1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
23 Июля 2020, 08:16

Бына кемдәр улар – бөгөнгө супергеройҙар!

Кеше-үрмәксе лә, Тимер кеше лә түгел...Башҡортостан табиптары бөгөн төндә Ҡырғыҙстанға осто.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан табиптары бөгөн төндә Ҡырғыҙстанға осто. Улар ҡәрҙәш халыҡҡа коронавирус инфекцияһы менән көрәшергә ярҙам итәсәк.
“Медицина десантында” иллегә яҡын кеше – Башҡортостан дауаханаларының эпидемиологтары, инфекционистары, был өлкәлә тәжрибә туплаған БДМУ студенттары һәм ординаторҙары. Бөтә табиптар ҙа медицина тикшереүе үткән, улар өсөн дарыуҙар һәм һаҡланыу саралары запасы тупланған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас