+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 14:25

Һөйлә, Башҡортостан!

Был проект балаларҙың һәләтен, фекерләү ҡеүәһен, тел белемен үҫтерәсәк, киләсәктә яңы телдәрҙе өйрәнергә, яңы ҡитғаларҙы гиҙергә ҙур этәргес булып торасаҡ.

Ошолай атала Өфө ҡалаһының 44-се һанлы күп профилле полилингвиаль мәктәбендә тормошҡа ашырыласаҡ проект.
Быйыл Башҡортостан Башлығының грантына лайыҡ булған “Һөйлә, Башҡортостан!” республика мәктәптәренең туған һәм сит телдәрен белгән 5-11 класс уҡыусыларына полилингвиаль йүнәлештә белем алыр өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Проект сиктәрендә “IDEL” олимпиадаһы үтәсәк, лагерҙар ойоштороласаҡ, ҡатнашыусылар һәм еңеүселәрҙән ирекмәндәр ойошмаһы төҙөләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән йылда полилингвиаль йүнәлештәге мәктәптәр асыу уйын хупланы, быйыл иһә был проект киң ҡолас менән бойомға ашырыла башланы.
Ул балаларҙың һәләтен, фекерләү ҡеүәһен, тел белемен үҫтерәсәк, киләсәктә яңы телдәрҙе өйрәнергә, яңы ҡитғаларҙы гиҙергә ҙур этәргес булып торасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Фото: bazis-ufa.ru
Читайте нас: