+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль 2020, 19:08

Таулы балаларын ҙур шатлыҡ көтә!

Бында тиҙҙән өр-яңы уйын һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ.

Сибайҙа Таулы микрорайонын төҙөкләндереү бара.
Был сараның маҡсаты - ҡасаба халҡына йәшәү өсөн ҡулайлы шарттар булдырыу.
Ҡала хакимиәте тарафынан Таулыла уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөргә, элек “Ирәндек” кинотеатры, аҙаҡ үҫмерҙәр клубы урынлашҡан бинаны төҙөкләндерергә ҡарар ителгән, сөнки бындағы халыҡтың ураған һайын Сибайға барырға мөмкинлеге юҡ. Бындағы шарттар Сибайҙағынан кәм булмаҫҡа тейеш.
“Иң мөһиме, балалар һәм йәштәр файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла шөғөл менән булһын”, – ти был изге эште бойомға ашырыусылар.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: